-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Февраль , 11:47

Буласаҡ фельдшерҙар ауыл халҡында ҡунаҡта

***

Буласаҡ фельдшерҙар ауыл халҡында ҡунаҡта
Буласаҡ фельдшерҙар ауыл халҡында ҡунаҡта

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Яңы Сүлле ауылында мөһим һәм файҙалы осрашыу үтте. Туймазы һәм Бәләбәй медицина колледждары студенттары урындағы халыҡ менән әңгәмәлә үҙҙәренең белемдәре менән уртаҡлашты. Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре, уҡыу йорттары һәм һайлаған һөнәрҙәре хаҡында һөйләне. Әммә һөйләшеүҙең төп темаһы булып сәләмәт йәшәү рәүеше торҙо.

Бынан тыш, улар киләсәккә пландары менән уртаҡлашты: уҡыуын тамамлағас, тыуған районына фельдшер булып эшкә ҡайтырға, үҙенең белемен яҡташтары мәнфәғәтенә ҡулланырға.

Яңысүллиләр студенттарға мөһим һәм ихлас һөйләшеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, уларға уҡыуҙа уңыштар һәм тиҙ арала квалификациялы белгестәр сифатында районға ҡайтыуҙарын теләне.

Буласаҡ фельдшерҙар ауыл халҡында ҡунаҡта
Буласаҡ фельдшерҙар ауыл халҡында ҡунаҡта
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас