-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Февраль , 11:13

Яугир менән осрашыу үтте

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Буба исемле яугир менән осрашыу үтте Сараның ҡунағы - медицина колледжының студенттары.

Яугир менән осрашыу үтте
Яугир менән осрашыу үтте

Улар яугирҙың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы һәм һорауҙар бирҙе. Әңгәмә барышында Буба студенттарға туған телдәрҙе теләне. Ул үҙ тәжрибәһенән миҫал килтерҙе: хеҙмәттә яугирҙар туған телендә аралаша, дошман уларҙы аңлай алмаһын өсөн.

Үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Йәмил ҡыҙы яугирға Лилиә Байкова исеменән талисмандар тапшырҙы. Яугир ирекмәндәргә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсми өлөштән һуң колледж студенттары яугирҙарға ярҙамға ҡушылырға ҡарар итә һәм уларға ебәреү өсөн үлән сәйҙәре тултыра.

Осрашыу йылы мөхиттә үтте.

Яугир менән осрашыу үтте
Яугир менән осрашыу үтте
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас