-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Февраль , 14:21

Туймазы районында ауыл халҡы «Итек шоу»ҙа ҡатнашты

Уҙған йома Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы халҡы өсөн мөһим социаль проект һәм сағыу байрам көнө булды. Туҡай ауылының мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда «Итек шоу» тип аталған сара ойошторолдо. Осрашыу өсөн сәбәп бик етди булды.

Туймазы районында ауыл халҡы «Итек шоу»ҙа ҡатнашты
Туймазы районында ауыл халҡы «Итек шоу»ҙа ҡатнашты

Урындағы мәҙәниәт йорто бөгөн ярҙамға мохтаж. Мәҙәниәт усағына икенсе ғүмер биреү өсөн халыҡ бер тауыштан Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу инициативаһын хупланы.

- Бындай программаларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе бар. ППМИ сиктәрендә дөйөм тормош өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡарылды, – тип билдәләне Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы башлығы Мәғәфүр Хәбибуллин, ауыл халҡы йыйылышын асып. Ремонтты берлектә финанслау өсөн тауыш биреп, ауыл халҡы ҡунаҡтар менән бергә күңел дә асты.

Байрамдың хужабикәһе клуб менеджеры Фирүзә Хафизова һәм уның коллегалары бай программа әҙерләне. Эш ике майҙансыҡта барҙы. Фойела Татьяна Гордина етәкселегендәге кейеҙ баҫыу оҫтаханаһы ойошторолдо. Күрше Ҡарамалы-Ғөбәй һәм Туймазы артистары ла яҡташтарын сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Был ысын таланттар калейдоскобы булды: дәртле үзбәк бейеүе, Рәсәй халыҡтары костюмдары дефилеһы. Ә мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта урындағы мәктәп уҡытыусылары спорт ярыштары ойошторҙо, унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә дәртләнеп ҡатнашты.

Туймазы районында ауыл халҡы «Итек шоу»ҙа ҡатнашты
Туймазы районында ауыл халҡы «Итек шоу»ҙа ҡатнашты
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас