Ҡабул итеүҙе табип-терапевт Альберт Камалетдинов, табип-акушер-гинеколог Светлана Аҡбарова алып барҙы. Ауыл халҡы ЭКГ үтә алды. Шулай уҡ лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн анализдар алынды. Был сара ауыл халҡы өсөн бик файҙалы булды. Сөнки һаулыҡты һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы - даими рәүештә профилактик медицина тикшереүе йәки диспансеризация үтеү.