«Ватанды Һаҡлаусылар» Фондының социаль координаторы Лилиә Ғәйнетдинова Радий Хәбировтың республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе тураһында:
- Башҡортостан башлығы махсус операция ветерандарына ҙур иғтибар бүлә. Туймазы районында махсус операция ветерандары менән эш күптән алып барыла, – тип һөйләй Лилиә Илгиз ҡыҙы. - Беҙ уларға эш эҙләүҙә ярҙам итәбеҙ, ниндәйҙер льготаларҙы нисек алыуҙарын аңлатабыҙ. «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды менән психологтар һәм юристар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Быйыл Туймазыла МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асыласаҡ. Бинаны ремонтлайҙар. Бында ветерандарҙы «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды белгестәре, психологтар, юристар, социаль яҡлау, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, пенсия фонды белгестәре ҡабул итәсәктәр.