-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Февраль , 11:36

Башҡортостан барабансылары Кремль һарайында сығыш яһаны

  Туймазының «Арлекино» бейеү студияһын Гөлназ Абсатарова етәкләй.

Башҡортостан барабансылары Кремль һарайында сығыш яһаны
Башҡортостан барабансылары Кремль һарайында сығыш яһаны

Туймазынан «Арлекино» бейеү студияһы Анита Цой ойошторған «Иң яҡшылар ваҡыты» гала-концертында ҡатнашты. Сара Мәскәүҙә дәүләт Кремль һарайында үтте.

Туймазының йәш барабансылары бик күп дәғүәселәр араһынан һайлап алынды. Горький исемендәге киностудияның ҙур павильонында биш көн дауамында ҡыҙҙар баш ҡаланың ҡуйыусылары, хореографтары һәм режиссерҙары менән репетицияларҙа үҙ номерҙарын камиллаштырҙы. Гала-концертта һәм шоуҙа «Арлекино» студияһы дүрт тапҡыр сәхнәгә сыҡты, һәм һәр тапҡыр зал уның сығышын көслө алҡыштар менән ҡаршы алды

Студия менән Гөлназ Абсатарова етәкселек итә. Әйткәндәй, "Иң яҡшылар ваҡыты" - бөтә ил буйынса иң һәләтле балалар коллективтарын һәм башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән проект.

Башҡортостан барабансылары Кремль һарайында сығыш яһаны
Башҡортостан барабансылары Кремль һарайында сығыш яһаны
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас