

Туймазы бизнесмены әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтә. Күп йылдар ул социаль учреждениеларға, шул иҫәптән балалар йорттарына, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға, мәҫәлән, янғындан зыян күреүселәрҙгә финанс ярҙам итә.
МХО башланғандан һуң Булатов шулай уҡ бер нисә тапҡыр яугир-яҡташтар өсөн посылкалар йыйыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Яҡшы тегеү машинкаһы ирекмәндәргә дрондан һаҡлау юрғандары тегеү өсөн кәрәк.