-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
9 Февраль , 11:32

Туймазы рәссамы Ҡытайҙа халыҡ ара конкурс призеры булды

Розалина Фатиева үҙенең арт-студияһында рәсем сәнғәте буйынса уҡыта.

Туймазы рәссамы Ҡытайҙа халыҡ ара конкурс призеры булды
Туймазы рәссамы Ҡытайҙа халыҡ ара конкурс призеры булды

20-30 ғинуарҙа Пекинда халыҡ-ара заманса сәнғәт күргәҙмә-конкурсы үтте, унда бөтә донъянан меңгә яҡын рәссам ҡатнашты. Туймазы рәссамы Розалина Фатиева конкурсҡа үҙенең картинаһының фотоһын ебәрҙе һәм «Хайуандар донъяһы " номинацияһында өсөнсө урын яуланы.

Розалина Робертовна педагог-рәссам, Рәсәй рәссамдар профессиональ союзы ағзаһы. Ул ҡала халҡына үҙенең «Бик матур» -студияһында рәсем сәнғәте буйынса уҡыта.

- Кандинский һәм Малевич стилендә ҡош төшөрөргә булдым. Минең эшем иң яҡшы өсәү иҫәбенә инер тип көтмәгән инем, - ти ул.

Туймазы рәссамы Ҡытайҙа халыҡ ара конкурс призеры булды
Туймазы рәссамы Ҡытайҙа халыҡ ара конкурс призеры булды
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас