Шаран футбол һөйөүселәрен хатта утыҙ градус һалҡын да ҡурҡытманы. Ир-егеттәр ҡалын кейемдәр һәм кейеҙ итектәр кейеп, футбол ҡырына йыйылдылар.
Турнирҙы Шаран районы хакимиәте ойошторҙо. Мини-футбол буйынса матчтарҙа Шаран ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Шаран ауылы Спорт мәктәбе һәм Туймазы агросәнәғәт көллиәтенең Шаран ауылындағы филиалы ир-егеттәр командалары ҡатнашты. Командалар көслө һалҡында уйнап, ысын батырлыҡ күрһәттеләр. Улар сәләмәт тормош рәүеше алып барыу һәм яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү юлында бер ниндәй һынауҙар һәм ауырлыҡтар да ҡомасауламағанын тағын бер тапҡыр раҫланылар.
Футбол турнирының лидеры Шаран ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы булды, Шаран ауылының Спорт мәктәбе икенсе урынды, ә Туймазы агросәнәғәт көллиәтенең Шаран ауылындағы филиалы өсөнсө урынды алды. Уйынсылар Шаран районы хакимиәте грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнделәр.
Футболсылар еңеүгә көслө ынтылыш менән һалҡынды һиҙмәүҙәрен, күтәренке рух заряды алыуҙарын билдәләнеләр.
Сығанаҡ - https://vk.com/club212453691?w=wall-212453691_1802