

- Яугирҙарға йылы йоҡо ҡапсыҡтары кәрәклеген белдек. Маркетплейстарҙа һатылғандары йылы түгел йәки ҡыҫҡа һәм тар. Шуға күрә беҙ, хәрбиҙәр менән изделиелар параметрҙарын яраштырып, йоҡо ҡапсығының моделен әҙерләнек, - тип аңлатты «Плетем Победу» клубы етәкселәренең береһе Лиана Маннанова. - Өҫкө ҡатламы һыу үткәрмәҫ туҡыманан, ә эске өҫкө ҡатламы йомшаҡ флистан. Йоҡо ҡапсығын шулай уҡ юрған йәки түшәк итеп ҡулланырға, палатка-плащҡа әйләндерергә мөмкин.