-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
29 Ғинуар , 15:53

Халыҡтың рухи байлығы

Өфө дәүләт нефть универститетының Октябрьский ҡалаһындағы филиалында «Башҡорт теле - йәшлек теле» традицион төбәк башҡорт теле һәм мәҙәниәте фестивале үҙҙы.

Халыҡтың рухи байлығы
Халыҡтың рухи байлығы

Байрамдың башы тантаналы һәм матур булды - фестивалде ойоштороусылар фойела ҡатнашыусыларҙы сәк-сәк, башҡорт шиғырҙары, милли бейеү менән ҡаршы алды. Һуңынан бөтәһен дә тамаша залына саҡырҙылар. Фестивалде директор урынбаҫары Любовь Кулешова асты, һуңынан сәхнәгә абруйлы ҡунаҡтар: Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Миңлеғол Ахунова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Мәғсүм Кәримов күтәрелде. Улар үҙ сығыштарында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙең ни тиклем мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки тел милләттең мәҙәни мираҫының нигеҙе булып тора.

Байрам ҡунаҡтарын «Нарыш-тау» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Айрат Шәймөхәмәтов) һәм «Ынйылар» башҡорт халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе Зөлфиә Моталова) сығыштары ҡыуандырҙы. Дилбәр Фәхретдинова башҡорттарҙың милли кейеме элементтары буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ә үҙәк ҡала китапханаһы вәкилдәре Ольга Ғабдулхаҡова, Марина Чикота һәм шағир-тәржемәсе Розалиә Нәсибуллина ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының шиғри хазиналары менән таныштырҙы.

Башҡорт мәҙәниәте төбәк конкурс-фестивале байрамдың кульминацияһы булды. Ҡатнашыусылар, ә улар-Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларынан, Иҫке Туймазы ауылынан уҡыусылар вокал, инструменталь һәм бейеү сәнғәтендә һәләттәрен күрһәтте. Эстафетаны институт студенттары ҡабул итте, улар башҡорт телендә шиғырҙар уҡыны. Жюри кәңәшләшкән арала йәш ҡунаҡтарҙы «Грамоталылыҡ минуты - башҡорт һүҙҙәрен төҙөү», «Башҡортостан картаһын (пазл) йый» тип аталған оҫталыҡ дәрестәренә саҡырҙылар. Һуңынан фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

Башҡорт мәҙәниәте байрамы бай һәм сағыу булды, ул йәнә халыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе.

  • Беҙҙең маҡсатыбыҙ - балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә биреү, Башҡортостаныбыҙға ҡарата һөйөү булдырыу,
    тарихты, милли йолаларҙы, телде һаҡлау буйынса ҙур эш алып барыу, - тине байрамды ойоштороусылар.

 

 

  • Уҡыусыларыбыҙ ошо матур фестивалдә ҡатнашты. Уларға айырыуса милли кейемдәр буйынса оҫталыҡ дәресе оҡшаны. Балалар һәм фестиваль ҡунаҡтары шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене. Иң ҡыуаныслы ваҡиға - сәхнәлә бәләкәй мәктәпкәсә йәштәге йондоҙҙарҙың сығыш яһауы. Хөрмәтле жюри ағзалары барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотланы, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бөтә балалар ҙа башҡорт телендә китаптар алды. Юғары уҡыу йортонда баштан алып аҙағына тиклем ҡунаҡсыллыҡ, изгелек һәм хәстәрлек атмосфераһы булдыра алдылар.

 

Рәхмәт менән, Иҫке Туймазы ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Ғиниәтуллина.

 

Халыҡтың рухи байлығы
Халыҡтың рухи байлығы
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас