Ғаиләләрҙе берләштереүсе, сәләмәт йәшәү рәүешенә булышлыҡ итеүсе мәктәп уйындары урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы (ППМИ) өсөн дә уңышлы булды. Ауылыбыҙ быйыл да, юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсаты менән, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Шуға күрә «Яңы йыл ғаилә уйындары»нда ҡатнашыусы ғаиләләр ҙә, мәктәп коллективы ла был программаға теләп ҡушылдыҡ.
Күңелле спорт сараһы Яңы йыл байрамы алдынан уҙҙы. Ҡышҡы көндөң саф һауаһы барыбыҙҙы ла мәктәп ихатаһына йыйҙы, күңелле музыка яҡшы кәйеф, дәрт–дарман өҫтәне. Ысынлап та, күмәк спорт байрамы ғаиләләрҙе берләштерә, һаулыҡты нығыта, теләһә ниндәй һауа шарттарында дәрт һәм позитив заряд бирә. Ә сәләмәт балалар сәләмәт ғаиләләрҙә генә тыуа һәм тәрбиәләнә!
«Яңы йыл ғаилә уйындары»нда йылы дуҫтарса мөхиттә башланғыс класс уҡыусыларының ғаиләләре көс һәм оҫталыҡта ярышты, берҙәмлек һәм профессионаллек күрһәтте. Ярыштарҙа Насировтар, Шәмсетдиновтар (3 класс), Хәмитовтар (2 класс), Хоҙайбирҙиндар(1 класс) ғаиләләре ҙур дәрт менән ҡатнашты. Сараны физик культура уҡытыусыһы З. Ямалиева үткәрҙе. Мауыҡтырғыс уйындан һуң һәр ғаилә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм татлы бүләктәр алды.
Был сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандарға, судьяларға, көйәрмәндәргә рәхмәт белдерәбеҙ. Күңелле ярыштарҙан һәр беребеҙ яҡшы кәйеф, күңел көрлөгө менән таралыштыҡ.
Эльмира Насирова