Туймазы 4 се ҡала мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Роза Низаева Класс етәкселәре форумында Башҡортостандан ҡатаншыусы булды.
Роза Низаева фекеренсә, хәҙерге заман уҡытыусыһы һәр уҡыусыға үҙенең дөрөҫ юлын табырға ярҙам итергә тейеш. Уның өсөн уҡыусыларҙың яҡшы, мәрхәмәтле, мохтаждарға ярҙам итергә әҙер булып үҫеүе мөһим.