Баҙғыя ауылының Михаил Егоров исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Махсус хәрби операция ҡаһармандары – беҙҙең яҡташтар» тип аталған батырлыҡ сәғәте үтте.
Иҫтәлекле сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Шаран районы хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин, Баҙғыя ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Светлана Иванова, Баҙғыя ауылының Михаил Егоров исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең директоры Рәлиә Матвеева. Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы үҙенең тәьҫораттары һәм тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты.