+28 °С
Болотло
События и факты
20 Ғинуар , 10:48

Туймазынан уҡыусылар МХО яугирҙары өсөн кәбеҫтә тоҙланы

Был эш менән улар технология дәрестәрендә шөғөлләнә.

Туймазынан уҡыусылар МХО яугирҙары өсөн кәбеҫтә тоҙланыТуймазынан уҡыусылар МХО яугирҙары өсөн кәбеҫтә тоҙланы
Туймазынан уҡыусылар МХО яугирҙары өсөн кәбеҫтә тоҙланы

Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә махсус операция хәрбиҙәренә тәүге йыл ғына ярҙам итмәйҙәр: техника һатып алыуға аҡса йыялар, маскировка яһайҙар, хаттар яҙалар, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары менән посылкалар ебәрәләр.

Был юлы бында кәбеҫтәне тоҙлағандар — 70 өс литрлы банка! Быяла һауытты уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре алып килде, кәбеҫтә менән «Миләш» йәмғиәте етәксеһе тәьмин итте.

Технология дәрестәрендә 7, 8 һәм 9-сы класс ҡыҙҙары Резеда Ғирфанова, Айгөл Хәйетова һәм Динара Закирова етәкселегендә әҙерләгәндәр. 6-сы класс уҡыусылары Ләйсән Мәрҙәмшина менән бергә әҙер продукцияны ҡумталарға  төрөп, этикеткалар йәбештерҙе. Был кәбеҫтәнең беренсе партияһы түгел. Бынан алда мәктәп хәрбиҙәргә 74 өс литрлыҡ банка ебәргәндә инде.

Фото: 4-се мәктәптең социаль селтәрҙәренән.

Туймазынан уҡыусылар МХО яугирҙары өсөн кәбеҫтә тоҙланы
Туймазынан уҡыусылар МХО яугирҙары өсөн кәбеҫтә тоҙланы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас