Туймазылар махсус операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам күрһәтә, уларға ваҡыт-ваҡыт гуманитар ярҙам ебәрелә. Кисә уны сираттағы тапҡыр Серафимовка ауылы халҡы ла йыйҙы. Улар кейем, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары алып килгән. Серафимовский ауылы ирекмәндәре Владимир һәм Зөлфиә Петровтар быларҙың барыһын да ҡумталарға урынлаштырып ҡуйҙы. Фото: «Маскита» клубы ирекмәндәренең социаль селтәренән.