-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Ғинуар , 15:00

Туймазы халҡы вируслы инфекция һәм грипп менән ауырый

Сирлеләр араһында балалар ҙа бар.

Туймазы халҡы вируслы инфекция һәм грипп менән ауырый
Туймазы халҡы вируслы инфекция һәм грипп менән ауырый

Йылдың өсөнсө аҙнаһында районда 1133 киҫкен респиратор инфекция осрағы теркәлгән. Сирлеләр араһында - 117 бала. Был уҙған аҙнаға ҡарағанда 5 процентҡа күберәк, – тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың территориаль бүлеге начальнигы Әлфиә Ғәйнанова.

Сәләмәт булыу өсөн табиптар рационға емеш-еләк, йәшелсә, балыҡ, сәтләүек һәм һөт аҙыҡтарын ҡулланырға кәңәш итә. Шулай уҡ һауа торошона ҡарап  кейенергә, спорт менән шөғөлләнергә, йышыраҡ саф һауала йөрөргә кәрәк. Йортта мөмкин тиклем йышыраҡ биналарҙы елләтергә кәрәк.

Туймазы халҡы вируслы инфекция һәм грипп менән ауырый
Туймазы халҡы вируслы инфекция һәм грипп менән ауырый
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас