-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Ғинуар , 15:01

Туймазы халҡы 53 шыршыны эшкәртеүгә тапшырҙы

Ағастарҙы йыйыуҙы «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте махсус акция ярҙамында ойоштора.

Туймазы халҡы 53 шыршыны эшкәртеүгә тапшырҙы
Туймазы халҡы 53 шыршыны эшкәртеүгә тапшырҙы

17 ғинуарҙа Туймазыла, «Экология Т» ойошторған шыршыларҙы ҡабул итеү пункттарында 53 ағас йыйып алынды. Ә был көндө 13 майҙансыҡта бөтәһе 348 ағас йыйылған. Уларҙы эшкәртеүгә тапшыра алмағандар быны 24 ғинуарҙа эшләй ала. Был көндө ҡабул итеү пункттары Туймазыла Мичурин урамы, 12 (Магнит гипермаркеты янында) һәм Островский урамы, 2 (АСТРУМ сауҙа үҙәге парковкаһында) эшләйәсәк. Ҡабул итеү ваҡыты: 12.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем.

Шыршыларҙы уйынсыҡтарҙан һәм гирляндаларҙан таҙартырға кәрәк. «Эшкәртеүгә шыршылар» акцияһы сиктәрендә ағастарҙы тапшырғандарға татлы бүләктәр таратыласаҡ.

Шыршы йыйыу «Экологик именлек» милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: «Экология Т» йәмғиәтенән.

Туймазы халҡы 53 шыршыны эшкәртеүгә тапшырҙы
Туймазы халҡы 53 шыршыны эшкәртеүгә тапшырҙы
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас