-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
16 Ғинуар , 12:43

Туймазыла Илсиә Бәҙретдинованы гендер-пати үткәреүҙе һоранылар

***

Туймазыла Илсиә Бәҙретдинованы гендер-пати үткәреүҙе һоранылар
Туймазыла Илсиә Бәҙретдинованы гендер-пати үткәреүҙе һоранылар

Туймазыла билдәле йырсы Илсиә Бәҙретдинованың концерты тамашасыларын көтөлмәгән сюрприз көттө. Сығыш ваҡытында сәхнәгә ирле-ҡатынлы пар күтәрелә һәм Илсиәнән конвертты асыуын һәм буласаҡ балаһының енесен әйтеүен һорай. Артистка баш тартмай.

Гендер-пати видеоһын ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә урынлаштыра. Асыҡланыуынса, ғаиләлә ике ул үҫә, шуға күрә ваҡиға айырыуса тулҡынландырғыс була. Бөтә зал йырсының яуабын түҙемһеҙлек менән көтә. Ғаиләлә өсөнсө бала - ҡыҙ буласаҡ.

Илсиә Бәҙретдинова сабыйға һаулыҡ һәм бәхет теләне.

Туймазыла Илсиә Бәҙретдинованы гендер-пати үткәреүҙе һоранылар
Туймазыла Илсиә Бәҙретдинованы гендер-пати үткәреүҙе һоранылар
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас