14 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Был көндө Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, журналистар союзы, республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үткәргән республика конкурстары еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Еңеүселәр араһында “Етегән” гәзите редакцияһы журналистары ла булды. Беҙҙең коллектив Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм халыҡтары телдәре үҫешен яҡтыртыу буйынса конкурста өсөнсө урын яуланы.
Награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов тапшырҙы.
Был награда редакцияның юғары профессионализмын таныу ғына түгел, ә һайланған миссияның мөһимлеген раҫлау ҙа. Туған телдәрҙе, мәҙәни мираҫты һәм милли үҙенсәлекте һаҡлау - айырыуса әһәмиәтле эш.