-24 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
30 Декабрь 2025, 14:41

Туймазы районы башлығы 9 йәшлек ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы

Туймазы районы башлығы 9 йәшлек ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы 

Туймазы районы башлығы 9 йәшлек ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы
Туймазы районы башлығы 9 йәшлек ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы

Бөгөн 9 йәшлек Диананың хыялы тормошҡа ашты, уға велосипед бүләк иттеләр. Ҡыҙҙың хыялын Туймазы районы башлығы Булат Мусин тормошҡа ашырҙы. Ул ҡыҙҙы әсәйе Елена менән бергә район хакимиәтенә саҡырған, уға бүләк тапшырҙған. Диананың атайы әлеге ваҡытта махсус операцияла ҡатнаша.

Ҡыҙҙың изге теләге тураһында район башлығы Булат Мусин «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы аша белә. Ул уға велосипед һатып алған. Асыҡланыуынса, был Диананың акция ярҙамында алған икенсе Яңы йыл алды бүләге. Былтыр уға самокат бүләк иткәндәр.

Диана Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә уҡый һәм әсәйе менән бергә МХО яугирҙарына ярҙам итеү сараларында әүҙем ҡатнаша. Мәктәптең башҡа уҡыусылары һәм ата-әсәләре менән бергә улар гуманитар ярҙам йыя, яугирҙарға хаттар яҙа.

Ҡыҙ яҡшы бейей - өсөнсө йыл ул ДД(Ю)Т-лағы Грация хореография студияһына йөрөй.

— Бындай бүләк өсөн рәхмәт, - тине мәктәп уҡыусыһы Булата Мирзалиф улына.

Туймазы районы башлығы 9 йәшлек ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы
Туймазы районы башлығы 9 йәшлек ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас