-24 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Декабрь 2025, 10:29

Туймазыла асыҡ һауалағы һырғалаҡ асылды

Быйыл һауа торошо арҡаһында һыу ҡойоуға ғәҙәттәгенән күпкә һуңғараҡ тотоналар.

Туймазыла асыҡ һауалағы һырғалаҡ асылды
Туймазыла асыҡ һауалағы һырғалаҡ асылды

Ҡала паркы директоры Дмитрий Ващук һүҙҙәренсә, һырғалаҡ күп ҡатлы тортҡа оҡшаҡан.

– Уны кәм тигәндә өс тапҡыр һыу менән тултырҙыҡ, - ти Дмитрий Степанович. Беренсе ҡатлам - тупраҡ ҡатламы. Киләһе этаптарҙа был ҡатлам һыуҙы тотоп торасаҡ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, беренсе ҡатламды тултырыу артабанғыларына ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Һыу ҡарға һеңеп бара, шуға күрә күпме һыу ҡойолғанын һәм күпме кәрәклеген баһалау еңел түгел. Беренсе ҡатлам туңғас, икенсеһен эшләйбеҙ -  2-3 сантиметр ҡалынлыҡтағы ҡатламдарҙы тултырып, һәр бер нисә көнгә яҡшы итеп туңырға мөмкинлек бирәбеҙ. Төп ҡатлам ни тиклем ҡалын булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Уның ҡалынлығы 10 см булғанда бер нисә йылы көндө лә үткәрергә мөмкин. Коньки прокаты ял, байрам һәм каникул көндәрендә – 12.00-дән 22.00-гә тиклем, эш көндәрендә 14.00-дән 22.00-гә тиклем эшләйәсәк.

О+

Туймазыла асыҡ һауалағы һырғалаҡ асылды
Туймазыла асыҡ һауалағы һырғалаҡ асылды
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас