-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Декабрь 2025, 11:05

Халыҡты берләштереүсе көс

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән танышыуым 2019 йылда башланды.

Халыҡты берләштереүсе көс
Халыҡты берләштереүсе көс

Беренсе рәхмәтемде ғаиләбеҙҙең дуҫына, ә бөгөн коллегабыҙ Әлфирә Ситдыҡ ҡыҙы Шәрифйәноваға белдерәм. Хәйбулла райондарынан килен сифатында беҙҙең районға килгән Әлфирә апай Туймазылағы башҡорт мөхите менән таныштырҙы. Артабан мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәмзин Рәфҡәт улы Әбсәләмовҡа рәхмәт белдерәм. Бергә шәжәрә төҙөү һәм шәжәрә байрамдарын үткәреү идеяһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Был эшмәкәрлеккә райондың биләмә-ара клуб системаһы ла ҡушыла. Шулай итеп иҫ киткес команда формалаша: ҡоролтай районы етәксеһе Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы Фазуллина, "Тамға" берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова, беҙҙең районда тыуған Марат Ғабдулхай улы Ғәйнетдинов һәм башҡалар.

БСТ-ның  "Киске телеүҙәк" программаһында үҙемдең шәжәрәм менән таныштырҙым, ошо тапшырыуҙа ҡатнашыусы Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов менән таныштым. Уның аша Радик Бәхтиев менән таныштым һәм "Без башҡортлар" хәрәкәтенә ҡушылдым. Бер аҙҙан беҙ шул уҡ исемле йыр яҙҙырҙыҡ һәм клип төшөрҙөк. Был хәрәкәттә мин бик күп абруйлы кешеләр менән таныштым: Салауат Хәмиҙуллин, Илгиз Солтанморатов, Рәфил Аҫылғужин, Лариса Абдуллина, Азат Бердин, Әҙис Мөхәмәтгәрәев... Туймазыла, Өфөлә, Нефтекамала йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән күп һанлы проекттарҙа ҡатнаштыҡ һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Тәүҙә Япрыҡта Советтар Союзы Геройы Ғәни Ғәлимовҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу, шәжәрә байрамдары, диктант, оҫталыҡ дәрестәре, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының костюмдар дефилеһы, этнографик күргәҙмәләр, йолалар конкурстары, "Башҡорт килене” бәйгеһе һәм башҡа бик күп саралар.

2021 йыл айырыуса үҙенсәлекле булды. Ҡандракүл ауылында шәхси "Ҡыҙыл балыҡсы" музейы авторы Раян Талбутдин улы Баһауетдинов ырыуҙар ташыны эшләй. Уны асыу көнөндә районда башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Шул уҡ көндө" Родина " мәҙәниәт һарайында Ыҡ буйы башҡорттарының йыйыны үтте. Ошо ваҡиғаларҙан һуң беҙҙең эшмәкәрлек тағы ла әүҙемләште. Башҡорт ҡәбиләләре хәрәкәте айырым урын биләй. Быға Хәмиҙуллин редакцияһында сыҡҡан "Башҡорт ырыуҙары тарихы" китабы этәргес була. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә башҡорт ырыуҙары картаһы төҙөлә. Ырыу хәрәкәте концепцияһы сиктәрендә башҡорт халҡының" Бәйге"милли уйындары ойошторола. Хәҙер ул республикабыҙҙа ғына түгел, башҡа субъекттарҙа ла таралды. Ҡәбиләләр хәрәкәте "күсмә цивилизациялар музейы"н булдырыуҙа ҙур концептуаль роль уйнай. Дөйөм алғанда, этнотуризм үҫешкә ҙур өлөш индерә.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалект эшмәкәрлеге айырым роль уйнай. Йыл һайын башҡорт диктанттары боронғо башҡорт теленең бер өлөшө булған был диалекттың ни тиклем кәрәклеген күп тапҡырҙар иҫбатлай. 2019 йылда Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталов яҙған "Иҫке башҡорт телен нормалаштырыу" китабы 6-7 йыл дауамында һәр яҡлап тикшерелде, төрлө райондарҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙ тарафынан хупланды һәм, ниһайәт, БР мәғариф Министрлығы кимәлендә ҡабул ителде. Иҫке башҡорт теле нормалары нигеҙендә китаптар, журналдар, тапшырыуҙар, жанр һүрәттәре эшләнә. Йәшәү шарттары үҙгәрһә лә, республикабыҙҙың һәм республиканан ситтә төрлө мөйөштәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың берҙәмлеге, йәшәү энергияһы, өмөтө, иманы арта ғына бара. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙан һәм Урал Батырҙан ҡалған аманаттарҙы һаҡлап йәшәйҙәр. Киләсәктә лә асабалыҡ көсө һәм ҡеүәте арта ғына барһын! Иншаллаһ.

Альберт Исмәғил, район ҡоролтайы рәйесе.


Халыҡты берләштереүсе көс
Халыҡты берләштереүсе көс
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас