

Уҡырға, аң- белемгә эйә булырға өйрәткәне, уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн яратып та , данлап та уны Аҡмулла тип атап йөрөтә башлайҙар. Аҡмулла – хаҡ һүҙле, ғәҙел, аҡыллы кеше тигәнде аңлата. Халыҡ уны саф күңелле, тапҡырлығы өсөн яратһа, байҙар, түрәләр иһә уның тура һүҙенән ҡурҡыр булғандар.
Көслө рухлы, дөрөҫлөк яҡлы булғаны өсөн үс алып, нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә лә ултыртыла Аҡмулла. Уның ғүмере Урал тауҙары араһында мәңгегә өҙөлә... Ләкин яҡты исеме бар халыҡ күңелендә мәңгелеккә урын алған, онотолмай. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа мәғрифәтсегә арналған төрлө саралар уҙып тороуы үҙе бер ҙур ҡыуаныс. Шишмә районында урынлашҡан “Турахан” визит үҙәгендә лә оло бер байрам ойошторолдо, ул да Аҡмуллабыҙ исеме менән бәйле булды. Шиғри-музыкаль бәйге “Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы” тип аталды.
Конкурстың төп ойоштороусылары – «Мең ырыуҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы – Аҡмулла мираҫын һаҡлау, уны киләсәк быуындарға еткереү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Улар бәйгенең маҡсаттарын асыҡ билдәләне: Мифтахетдин Аҡмулланың бай рухи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, йәш таланттарҙы асыҡлау, шулай уҡ үҫеп килгән быуынды гражданлыҡ һәм патриотизм рухында тәрбиәләү, уҡыусыларҙы бөйөк шағир һәм мәғрифәтсенең мәҙәни һәм әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлауға йәлеп итеү.
Республиканың төрлө мөйөштәренән, шул иҫәптән Миәкә, Бишбүләк, Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Благовар, Шишмә райондарынан килгән белем биреү учреждениелары уҡыусылары конкурсҡа дәрт менән ҡушылды. Улар ике йәш категорияһына бүленде: кесе төркөм (1-5 класс) һәм өлкән төркөм (6-11 класс). Бәйге ике этапта үтте: башта район кимәлендә һынау тотоп, еңеүселәр төбәк этабына үтте. Район этаптары 2025 йылдың 25 ноябренә тиклем белем биреү учреждениеларында үткәрелде.
Күптән көтөлгән төбәк этабы 2025 йылдың 5 декабрендә «Турахан» визит-үҙәгендә үтте. Сара “Мең ырыуҙары” гимны яңғырауы менән башланды. Ырыуҙың боронғо тарихын, быуындар аша килгән берҙәмлеген һәм рухын сағылдырған был гимн тантанаға үҙенсәлекле рух өҫтәне. Сараны «Мең ырыуҙары» төбәк-ара берләшкән йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов тантаналы рәүештә асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Аҡмулла рухы йәшәгән был көндә, уның мәңгелек шиғырҙары, моңло йырҙары яңғыраны, йәш быуын бөйөк шағирҙың фекерҙәрен һәм идеалдарын сағылдырҙы. Шулай уҡ сараға саҡырылған Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, махсус хәрби операция ветераны Күлтоманов Ринат Ураҙбай улы үҙенең сығышында йәш быуынға патриотизм, Ватанға һөйөү һәм батырлыҡ тураһында мөһим фекерҙәрен еткерҙе, уларҙы ошо рухта тәрбиәләүҙең әһәмиәтен аңлатты, патриотик рухта яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Артабан ил ағаһы Тимерғазим Хажиҙың Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын яттан сәхнәнән һөйләп ишеттереүе оло баһаға лайыҡ.
- Бөгөн Турахан визит үҙәгендә ҙур тантана. Бөгөн беҙҙә - бәйге. Майҙанда – йәш быуын. Уларҙың һәр береһе Аҡмулланың үҙенең күңеленә оҡшаған шиғырын яттан һөйләргә, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарырға әҙерләнеп килгән. Берәүҙәре шиғыр уҡыһа, икенселәре йырлаһа, бәғзеләре йәш һүҙ оҫталарының шиғыр һөйләгәнен, йырлағанын иҫе китеп тыңлар. Ә инде хөрмәтле вә зиннәтле баһалама ағзалары бәйгеселәрҙе ғәҙел баһалар, - тигән ялҡынлы һүҙҙәр менән алып барыусы Гөлфирә Әхмәтшина һүҙҙе бәйгеселәргә бирер алдынан залдағыларҙы баһалама ағзалары менән таныштырҙы һәм һүҙҙе “Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы” тип аталған бәйгенең рәйесе, филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына бирҙе. Үҙ сиратында Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы бәйгеселәрҙе ихлас күңеленән ҡотланы, уларға уңыштар теләне, бәйгенең шарттары менән таныштырҙы.
Жюри составында билдәле ғалимдар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре эшләне:
Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы – филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы;
Ҡулансин Айтуған Йомабай улы – филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы мөдире;
Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы – филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре;
Тарханова Светлана Фәрит ҡыҙы – «АЛТЫН ТИРМӘ» авторлыҡ художество оҫтаханаһы етәксеһе, "Аманат" балалар-үҫмерҙәр журналының штаттан тыш хәбәрсеһе.
Был абруйлы комиссия ағзалары йәш таланттарҙың сығыштарына айырым иғтибар менән ҡараны, һәр ҡатнашыусының ижади үҙенсәлектәрен баһаланы.
Минеңсә, шиғыр һөйләүселәрҙең хис-тойғолары урғылып торған сарала баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләүе еңелдән булмағандыр. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусылар әҫәр һайлауға бик яуаплы ҡараған. Һәр ҡатнашыусы, етәксеһе менән бергә бар күңелен һалып, сығышын иҫтә ҡалырлыҡ һәм сағыу итеп башҡарырға тырышты. Улар сығыш яһағанда тындар ҡыҫылды, йөрәк елкенде, күҙҙәргә йәш төйөлдө... Хәйер, кисерештәрҙе, тойғоларҙы һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел һымаҡ.
Шулай итеп “Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы” бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалау мәле лә килеп етте. Баһалама ағзалары үҙ-ара кәңәшләшкән арала, Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов башҡорт теле уҡытусылары, ата –әсәләр менән телебеҙҙе мәктәптәрҙә уҡытыу, уны үҫтереү мәьсәләләре буйынса махсус һөйләшеү ойошторҙо.
Бына ниһайәт көткән мәл килеп етте. Сәхнә түренә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы саҡырҙылар.
Һәр ҡатнашыусыға сертификаттар тапшырылды, милли һыҙаттар һалынған үҙенсәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгән ине.
Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы, уларҙың таланттары һәм тырышлыҡтары юғары баһаланды, аҡсалата премиялар тапшырылды.
Кемдәр улар, иң-иңдәре?
Кесе төркөм:
1-се урын – Хакимов Линар (Бишбүләк районы Айыт урта мәктәбе);
2-се урын – Илекеева Ләйсән (Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡас урта мәктәбе);
3-сө урын – Шәфиев Аслан ( Дәүләкән 3-сө һанлы башҡорт гимназия интернаты),
Хисмәтуллина Эльмира (Шишмә ҡасабаһының 1-се һанлы урта мәктәбе).
Өлкән төркөм:
1-се урын – Шәфиев Амил ( Дәүләкән 3-сө һанлы башҡорт гимназия интернаты),
Мусурғалин Илназ (Благовар районы Иҫке Күсәрбай урта мәктәбе);
2-се урын – Сәфәрғәлиева Радмила (Бишбүләк районы Айыт урта мәктәбе) һәм Шәйәхмәтова Гөлфинә (Раевка ҡасабаһының 5-се һанлы мәктәбе);
3-сө урын – Мәсәлимов Алсын ( Миәкә районы Ҡаран-Ҡунҡаҫ урта мәктәбе).
Был сараны үткәреүҙә бағымсыларҙың ярҙамы тос булды. Аҡсалата ярҙамды «БашРос» компанияһы етәксеһе Йосопов Илмир Илфаҡ улы күрһәтте. Бүләктәр менән «АЛТЫН ТИРМӘ» авторлыҡ художество оҫтаханаһы етәксеһе Тарханова Светлана Фәрит ҡыҙы һәм "Мең ырыуҙары" Советы ағзаһы Аҡҡолов Нафис Тимерғәли улы тәьмин итте. «Мең ырыуҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһенең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары Байкова Флорида Винер ҡыҙы ла ойоштороу эшенә үҙ өлөшөн индерҙе. Сараны сценарий авторы, Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, "Мең ырыуҙары" Советының мәғариф комиссияһының рәйесе Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшина оҫта алып барҙы.
Кисәнең аҙағында Әхнәф Тимербулатов баһалама ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Һоҡландырғыс сығыштарға әүрәп, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Ғөмүмән, башҡорт теле көнө уңайынан, билдәле мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың ижадына арнап ойошторолған “Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы” музыкаль-шиғриәт бәйгеһе милли рухты күтәргән сара булды. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙ көсө, һүҙ ҡөҙрәте беҙҙе бергә тупланы, телебеҙҙең асылын, бәҫен, йәмен асып һалды.
Бәйгелә ҡатнашҡан ҡыйыу йөрәкле һүҙ оҫталарына, уларҙы бәйгегә әҙерләүселәргә, баһалама ағзаларына, ошо ҙур сараны ойоштороусыларға – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, “Мең ырыҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһына, “Турахан” визит үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған рухлы милләттәштәребеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Минең фекеремсә, милли рух менән һуғарылған бөгөнгө сарабыҙ һәр кемебеҙҙә милләтебеҙ өсөн, телебеҙ өсөн ғорурлыҡ һәм киләсәккә ышаныс тыуҙырҙы. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ һәм буласаҡбыҙ!
Яҡынлашып килгән байрам менән һеҙҙең барығыҙҙы ла, Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!,- тине бәйгене йомғаҡлап Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов.
Байрам сараһы “Башҡортостан” йыры менән тамамланды. Уны талантлы йәш йырсы Гөлшат Мөсәләмова башҡарҙы.