

Программа декабрь уртаһында төшөрөлдө.
Өфөлә «Туған тел» телеканалы майҙансығында «Зәңгәр ут» халыҡ-ара телевизион проектын төшөрөү үтте. Унда Туймазынан Балалар (үҫмерҙәр) ижады Һарайының «Капель» вокаль коллективының урта составы ҡатнашты. Ансамбль менән педагог Римма Беркутова етәкселек итә. Уның тәрбиәләнеүселәре «Беҙ – бер бөтөн» йырын башҡарҙы.
Фото - ДД (Ю)Т.