

Мәскәүҙә Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арналған Халыҡ-ара Кремль хәйриә кадет балы үтте. Балға илдең бөтә төбәктәренән һәм донъяның 63 иленән 3,5 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ саҡырылған ине. Улар араһынд а- Туймазынан Булат Вәлиев, Эске эштәр министрлығыеың Өфө юридик институтының дүртенсе курс курсанты (фотола һулда). Кремлгә саҡырыуға егет институтта яҡшы уҡыуы, ғилми һәм ижади эшмәкәрлеге арҡаһында лайыҡ була.
- Мин һәм тағы өс курсташым сентябрҙә үк саҡырыу алдыҡ, - тип һөйләй Булат. - Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, балда беҙгә ун төрлө вальс башҡарырға тура киләсәк. Әҙерлек өсөн уҡытыу видеоһын ебәреп торҙолар. Вальс бейеүе бик ауыр түгел, мин уларҙы еңел үҙләштерҙем. Партнерым Неля Буржумова менән репетицияларҙы байрамға ике аҙна ҡалғас башланыҡ. Сара ысын мәғәнәһендә масштаблы булды. Күҙ алдына килтерегеҙ, өс меңдән ашыу кеше бейеүҙә синхрон рәүештә әйләнә! Онотолмаҫ тәьҫораттар!
Булат, олатаһы кеүек үк (отставкалағы юстиция полковнигы Сирин Ғабдулхаҡ улы Вәлиев) институтты тамамлағандан һуң тәфтишсе булып эшләргә ниәтләй.