

10 декабрҙә Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса Советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Радий Хәбиров үҙенең сығышында 2025 йылда Башҡортостандың мәҙәни өлкәһе эшенең йомғаҡтарын һәм киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләне. Совет ултырышында ҡатнашыусылар шулай уҡ кинематографияны үҫтереүҙе, муниципалитеттарҙа художестволы белем биреү системаһын һаҡлауҙы, республикала «Пушкин картаһы» федераль программаһын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.
Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль конкурсы еңеүселәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәм сертификаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә - Әлфиә Шәйҙуллина. Башҡортостан башлығы уға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.
Әлфиә Ҡайдус ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 47 йылдан ашыу ул райондың китапхана эшен үҫтереүгә бағышлай, 20 йыл биләмә-ара үҙәк китапханаһын етәкләй.
Фото - Радий Хәбировтың рәсми сайты, Әлфиә Шәйҙуллинаның шәхси архивынан.