+28 °С
Болотло
События и факты
12 Декабрь 2025, 07:27

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип ат

30 йыл эсендә ойошма бик ҙур, ҡатмарлы юл үтте.

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип атРадий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип ат
Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип ат

11 декабрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Сараға абруйлы ҡунаҡ итеп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров саҡырылғайны.

30 йыл эсендә ойошма бик ҙур, ҡатмарлы юл үтте, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Ошо 30 йыл эсендә хәҙерге Рәсәйҙең бөтә тарихы сағыла: юғары күтәрелеүҙәр, түбән төшөүҙәр, ҡатмарлыҡтар, хаталар, еңеүҙәр – беҙҙең ойошма эшендә быларҙың барыһы ла булды. Утыҙ йыл буйына беренсе съездан алып йоғонтоло көскә эйә ойошмаға тиклем ҙур юл үтелде, бөгөн ул Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм донъяның 28 илендә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы берләштерә. Башҡорт ҡоролтайы башҡорт милләтенә ышаныслы рәүештә, абынмай алға барырға мөмкинлек биргән тап шундай көс булып сыҡты. Моғайын, был халҡыбыҙҙың рухи көсөлөр. Ауыр ваҡытта беҙ берләшәбеҙ һәм иң яҡшы сифатыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла шулай булды һәм хәҙер, МХО барған ваҡытта, башҡорттар башҡа халыҡтар менән бергә яу яланында иҫ киткес ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтә», — тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип ат
Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс тип ат
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас