

4-се мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы Резида Ғирфанова етәкселегендә 8-9-сы класс уҡыусылары «тоҙлаған кәбеҫтә әҙерләнеләр. Улар бөтәһе 33 өс литрлы банка эшләгәндәр. Һигеҙ банка Хирург позывнойлы МХО яугиры менән алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән дә инде.
Шулай уҡ яугирҙарға гуманитар ярҙам да тапшырылды, уларҙы 8-се һәм 3-сө класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре йыйҙы. Был йылы ойоҡбаш, бейәләй, эске кейем, газ баллондары, тәм-том, бал, һәм, әлбиттә, һалдаттарға хаттар һәм талисмандар.