+28 °С
Болотло
События и факты
11 Декабрь 2025, 10:05

Туймазы студенттары 2 миллион һумлыҡ грант отҡан

Туймазы медицина колледжы Рәсәйҙең  иң яҡшы 20 белем биреү ойошмаһы исемлегенә индерелгән.

Туймазы студенттары 2 миллион һумлыҡ грант отҡанТуймазы студенттары 2 миллион һумлыҡ грант отҡан
Туймазы студенттары 2 миллион һумлыҡ грант отҡан

Красноярскиҙа «Ҙур үҙгәреш» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтте, унда колледж һәм техникум студенттары ҡатнашты. Гранттар өсөн Рәсәйҙең 80 урта махсус уҡыу йорто көрәште.

Туймазы медицина колледжы студенттары үҙ проектын әҙерләне. Һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ике миллион һум аҡса отто. Шулай уҡ Туймазы медицина колледжы Рәсәйҙең иң яҡшы 20 белем биреү ойошмаһы исемлегенә индерелгән.

Грант проектының маҡсаты - 14-17 йәшлек 500 егетте тактик медицина нигеҙҙәренә һәм беренсе ярҙам күрһәтеүгә өйрәтеү. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң тәүге минуттарҙа ярҙам алмау сәбәпле, йәрәхәтләнгән кешеләрҙең 70 проценты һәләк була. Ә бына ваҡиғанан һуң тәүге биш минут эсендә дөрөҫ ярҙам йәшәү мөмкинлеген 50 процентҡа арттыра.

Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә сертификатлы инструкторҙар менән туғыҙ теоретик һәм практик дәрестәр ойоштороласаҡ, балалар «Эшкә әҙербеҙ» муниципаль чемпионатында ҡатнашасаҡ, шулай уҡ волонтер-медиктар һәм район дауаханаһы вәкилдәре ҡатнашыуы ҡаралған.

 Гранттар ярҙамында белем биреү учреждениеларына ярҙам итеү Рәсәй президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған «Йәштәр һәм балалар» милли проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Туймазы студенттары 2 миллион һумлыҡ грант отҡан
Туймазы студенттары 2 миллион һумлыҡ грант отҡан
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас