

9 декабрҙә, Ватан Геройҙары көнөндә, «Торатау» конгресс-холында «Ватанға Хеҙмәт итәм» республика форумы үтте. Унда Туймазы районы эҙәрмәндәре, шул иҫәптән Туймазы индустриаль колледжы директоры кәңәшсеһе, эҙәрмәндәр хәрәкәте етәксеһе Юрий Бирюзов ҡатнашты.
Был көндө уға Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хаты тапшырылды.
- Махсус операция кеүек һынауҙар үткәндә һәр минутты, яҡындарыңды ҡәҙерләй башлайһың, - ти ул.
Форум сиктәрендә шулай уҡ «Юнармия» сафына бағышлау тантанаһы үтә.