+28 °С
Болотло
События и факты
5 Декабрь 2025, 09:07

Туймазыла «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды

Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт һарайында VI «Тылсымлы ҡурай моңо» үҙешмәкәр ҡурайсылар асыҡ конкурсы еңеүселәренең гала-концерты үтте. Билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ҡурайсылар - жюри ағзалары Рәмил Ҡотдосов, Айбулат Рәхмәтуллин, Рәмзин Әбсәләмов еңеүселәрҙе ҡотланы, конкурсты ойоштороуҙың һәм музыкаль бәйгелә ҡатнашыусыларҙы әҙерләүҙең юғары кимәлен билдәләне.

Туймазыла «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булдыТуймазыла «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды
Туймазыла «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды

Бөгөн халыҡ музыкаһы һәм инструменттарының популярлығы арта, шуға күрә Башҡортостанда музыкаль ярыштар күп үткәрелә. Әммә иң яҡшы үҙешмәкәр башҡарыусылар барыбер туймазыла үҙҙәрен күрһәтергә тырыша. Конкурсанттарҙы һәм тамашасыларҙы Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин сәләмләне.

- Башҡорт ҡурайы көйҙәрендә - халҡыбыҙҙың йәне. Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлау ни тиклем мөһим икәнен айырыуса ныҡ тоябыҙ. Быға булышлыҡ итеүегеҙ өсөн рәхмәт, - тип рәхмәт тине Булат Мусин.

Гала-концертта «Родина» мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары, шулай уҡ конкурс еңеүселәре һәм дипломанттары сығыш яһаны. Мәҫәлән, Йәсминә Сәйетованың «Буранбай» әҫәрен башҡарыуы тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Ул үҙенең йәш категорияһында беренсе дәрәжә лауреат дипломын яуланы. Ҡыҙ һигеҙ йыл инде музыка менән шөғөлләнә. Йәш музыкант һөйләүенсә, ҡурай моңон ул тәүге тапҡыр телевизорҙан биш йәшендә ишеткән. Һәм ата-әсәһен музыка мәктәбенә уҡырға бирергә күндерә. Хәҙер ул музыка уҡытыусыһы булырға бик теләй.

- Ҡурайҙа уйнау еңел түгел. Конкурс сығышы ваҡытында борсолдом, әлбиттә. Әммә хис-тойғоларҙы еңеп сыҡтым, - тип уртаҡлашты Йәсминә. –

Конкурстың Гран-прийын Өфөнән 26 йәшлек Әғләм Юлгилдин яуланы. Уға диплом һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырылды.

Туймазыла «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды
Туймазыла «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас