+28 °С
Болотло
События и факты
5 Декабрь 2025, 09:09

Ҡасан ҡар яуасаҡ?

Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 11 декабрҙән ҡар яуа башлай, тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем яуыуы ихтимал. 14 декабрҙә иһә 7,8 миллиметрға тиклем яуым-төшөм фаразлана, йылы булғас, ҡар ҙа, ямғыр ҙа көтөлә.

Ҡасан ҡар яуасаҡ?Ҡасан ҡар яуасаҡ?
Ҡасан ҡар яуасаҡ?

Киләһе көндәрҙә һыуыта, ә 15 декабрҙән 17-һенә тиклем 10 миллиметрҙан ашыу ҡар яуыуы бар. Әгәр был фараздар дөрөҫкә сыҡһа, декабрҙең икенсе декадаһында республикала тотроҡло ҡар япмаһы ятыуы мөмкин.

Ҡасан ҡар яуасаҡ?
Ҡасан ҡар яуасаҡ?
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас