+28 °С
Болотло
События и факты
4 Декабрь 2025, 07:37

Туймазыла үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә

Туймазы Башҡортостандың 12 муниципалитетынан музыканттар ҡабул итә.

Туймазыла үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтәТуймазыла үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә
Туймазыла үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә

Бөгөн Туймазыла VI «Тылсымлы ҡурай моңо» үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә. Унда Башҡортостандың 12 районынан һәм ҡалаһынан талантлы музыканттар ҡатнаша - ете ансамбль һәм 27 солист.

Туймазы районынан алты музыкант ҡатнаша. Иң йәш музыкантҡа һигеҙ йәш, икенсе класс уҡыусыһы Әмир Ғәбиҙуллин конкурсҡа Өфө районынан килде. Иң өлкән конкурсантҡа – 63 йәш. Самат Усманов Әлшәй районынан.

Иң күп сығыш яһаусылар - 16 йәшкә тиклемгеләр.

Музыкаль бәйге еңеүселәренең Гала-концерты 18 сәғәттә «Родина»мәҙәниәт һарайында башланасаҡ.

Халыҡ уйын ҡоралының тылсымлы көйҙәрен теләгән һәр кем тыңлай ала. «Тылсымлы ҡурай моңо» конкурсы ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла, ә тәүге тапҡыр 2015 йылда ойошторолдо.

Ҙур музыкаль оҫталыҡ конкурстары сиктәрендә йәш таланттарҙы асыу Рәсәй президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған «Йәштәр һәм балалар» милли проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

 

Туймазыла үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә
Туймазыла үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас