+28 °С
Болотло
События и факты
3 Декабрь 2025, 07:46

Радий Хәбиров туймазыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бүләкләнеүселәр араһында - «Уралтехнострой-туймазыхиммаш» һәм «РиаПласт» хеҙмәткәрҙәре.

Радий Хәбиров туймазыларға дәүләт наградаларын тапшырҙыРадий Хәбиров туймазыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров туймазыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы

2 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Атап әйткәндә, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдарына «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш»-тан механик әҙерләү производствоһының 5-се разрядлы токары Миңлефәрүзә Ғафарова һәм «РиаПласт»-тан тегеү-әҙерләү цехының смена мастеры Инна Глазунова лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» йәмғиәтенең хоҡуҡи идаралығы етәксеһе Александр Тарасовҡа тапшырылды.

 

Радий Хәбиров туймазыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров туймазыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас