

Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре хәйриә концерты үткәрҙе. Байрам сараһы ваҡытында махсус операция яугирҙарына ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу үткәрелде. Бөтәһе 23500 һум аҡса йыйылды. Аҡсаны урындағы «Маскита» клубы ирекмәндәренә тапшырҙылар. Был аҡсаға маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн материал һәм йылы билбауҙар эшләү өсөн еп һатып аласаҡтар.