

Сара яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо. Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова билбауҙар эшләү технологияһын аңлатты, шулай уҡ бәйләү техникаһын күрһәтте.
Оҫталыҡ дәресендә ауылдың әүҙем һәм битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты.