

ЦУР-ҙа оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров миллион һумдан биш сертификат тапшырҙы. Уларҙы Дыуан, Учалы, Яңауыл, Ишембай райондарынан «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашыусылар алды.
Шулай уҡ улар иҫәбендә Туймазы районының 2-се спорт мәктәбенең футбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Рәмил Низаметдинов та бар. Рәмил Каррам улы бөтә ғүмерен спортҡа бағышланы. Ул бала саҡтан дуҫтары менән спорт ярата, йәш сағында футбол буйынса республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай. Тренерлыҡ эшмәкәрлеге менән 45 йыл самаһы шөғөлләнә.
– 1980 йылда армиянан ҡайтҡас, быяла заводына спорт буйынса инструктор булып эшкә урынлаштым, – тип хәтерләй Рәмил Каррам улы. - Футбол, хоккей, волейбол буйынса завод командаһын әҙерләнем, хеҙмәткәрҙәрҙең балалары менән шөғөлләндем. Һуңынан «Олимпийце» клубында тренер булып эшләнем, ә 2013 йылдан Туймазының 2-се спорт мәктәбенең футбол буйынса тренеры булып торам.
Уның етәкселегендәге «Спартак» командаһы быйыл дүртенсе тапҡыр футбол буйынса Башҡортостан Кубогын яуланы һәм футбол буйынса Башҡортостан чемпионатының бронза призеры булды.
Фото: Башҡортостан башлығы сайтынан.