+28 °С
Болотло
События и факты
28 Ноябрь 2025, 09:14

Октябрьский – спорт ҡалаһы

Октябрьскийҙан Альберт Шәрәфетдинов үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса V Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙал яуланы.  

Октябрьский – спорт ҡалаһыОктябрьский – спорт ҡалаһы
Октябрьский – спорт ҡалаһы

СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Хафиз Тимашев иҫтәлегенә бағышланған турнир 7-9 ноябрь көндәрендә Ҡазанда уҙҙы. Ярыштарға Рәсәйҙең 15 төбәгенән 200-гә яҡын йәш спортсы килгән ине.

 

Унда 1-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Альберт Шәрәфетдинов та ҡатнашты. Ныҡышмалығы һәм еңеүгә ынтылышы һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ алтын миҙал яулап, чемпион булды. Әлбиттә, был уңышта спортсыны әҙерләгән тренер Алексей Зимановтың да өлөшө ҙур.

Октябрьский – спорт ҡалаһы
Октябрьский – спорт ҡалаһы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас