+28 °С
Болотло
События и факты
28 Ноябрь 2025, 09:11

Дуҫлыҡ ептәре ныҡ булһын!

Иҫке Ҡатай һәм Иҫке Ҡорос ауыл Советы ауыл биләмәләре вәкилдәре " Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә күрше Саҡмағош районының Рәжәп ауылында үткәрелгән муниципаль -ара сарала ҡатнашты.

Дуҫлыҡ ептәре ныҡ булһын!Дуҫлыҡ ептәре ныҡ булһын!
Дуҫлыҡ ептәре ныҡ булһын!

Түңәрәк өҫтәл форматындағы әңгәмәлә үҙәк район дауаханаһы табиптары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре, Рәжәп мәктәбе уҡыусылары һәм уларҙың ата –әсәләре, килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға тәмәке, алкоголь һәм организм өсөн башҡа зарарлы матдәләр тураһында буклет таратты. Йәш быуындың сәләмәтлеге, йәштәрҙе тормош хаталарынан ҡурсалау сараның төп темаһы булды.

Тантаналы өлөштә " Тәүге тауыш" йыр конкурсы ойошторолдо. Унда Саҡмағош һәм Баҡалы райондарының үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылары көс һынашты. Жюри йырсыларҙың башҡарыу оҫталығын, оригиналлеген һәм ижадилығын, артистизмын, йырҙарҙың  конкурс тематикаһына тап килеүен баһаланы. Мөхәббәт һәм тәбиғәт матурлығы, Тыуған илгә һөйөү тураһында йырҙар яңғыраны. Тамашасылар ҙа йырсыларға ихлас күңелдән ҡушылып ултырҙы. Баҡалы данын Иҫке Ҡатай ауыл биләмәһенән йырсылар Вәсимә Нестеренко, Финзиә Ситдиҡова, Гөлсинә Шәмсетдинова, Иҫке Ҡорос ауыл Советының Килҡабыҙ ауылы үҙешмәкәрҙәре Вәзимә Муллағәлиева, Дамир Шәйҙуллиндар яҡланы. Еңеүселәр һәм бәйгелә ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Сарала ҡатнашыусы райондаштарыбыҙ саҡмағошлоларға оло рәхмәттәрен белдерҙе.

Ут күршеләребеҙ менән дуҫлыҡ һәр саҡ шулай ныҡ булһын!

Дуҫлыҡ ептәре ныҡ булһын!
Дуҫлыҡ ептәре ныҡ булһын!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас