+28 °С
Болотло
События и факты
27 Ноябрь 2025, 06:43

Киләй мәктәбендә - “Һабын бумы”,

Киләй ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбендә күптән түгел ысын мәғәнәһендә изге һәм мөһим “Һабын бумы” – ярҙамға мохтаж балаларға йөрәктәрҙе йылытҡан һәм өмөт бүләк иткән акция үтте.

Киләй мәктәбендә - “Һабын бумы”,Киләй мәктәбендә - “Һабын бумы”,
Киләй мәктәбендә - “Һабын бумы”,

Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар коллективы, шулай уҡ шәхси эшҡыуар Н. Фәрхетдинова Баҡалы ауылы социаль приюты тәрбиәләнеүселәре өсөн гигиена сараларын йыйыу маҡсатында үҙ көстәрен берләштерҙе.

Был башланғыс бергәләп ысын мөғжизәләр тыуҙырырға мөмкин икәнлегенә асыҡ миҫал булды. Һәр кем нимәлер булһа алып килде: һабын, теш пасталары һәм щеткалары, кер йыуыу порошогы, шампунь һәм башҡа күп нәмәләр – һәр баланың тулы ҡиммәтле һәм уңайлы тормошо өсөн бик кәрәк булған әйберҙәр. Был ябай әйберҙәр генә түгел, ә йөрәктән йөрәккә тапшырылған хәстәрлек һәм иғтибарҙың бер өлөшө.

“Һабын бумы” беҙҙең йәмғиәттең иҫ киткес берҙәмлеген һәм ярҙамсыллығын күрһәтте. Балалар үҙ өлөштәренең мөһимлеген аңлап, гуманитар ярҙам йыйыуҙа дәртләнеп ҡатнашты. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар акцияны әүҙем хупланы, изгелек һәм шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтте. Шәхси эшҡыуар Наталья Витальевнаға ошо хәйриә сараһын ойоштороуҙа күрһәткән ҙур ярҙамы өсөн айырым рәхмәт белдерге килә.

Йыйылған бөтә гигиена саралары Баҡалы ауылының социаль приютына тапшырылды. Был бүләктәрҙең шатлыҡ килтерәсәгенә һәм балаларҙың тормошон бер аҙ яҡтыраҡ, уңайлыраҡ итәсәгенә ышанабыҙ. Бындай акциялар бер-беребеҙгә иғтибарлы булыуҙың һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһимлеген иҫкә төшөрә. “Һабын бумы” менән башланған изгелек тулҡыны артабан да таралып торһон!

Миләүшә Сәләхова,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Киләй мәктәбендә - “Һабын бумы”,
Киләй мәктәбендә - “Һабын бумы”,
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас