+28 °С
Болотло
События и факты
25 Ноябрь 2025, 11:14

Уҡытабыҙ һәм эшкә урынлаштырабыҙ

«Рәсәй эше" модуль үҙәгендә төрлө дәүләт хеҙмәттәрен алырға мөмкин Быйыл Туймазыла яңы модулле мәшғүллек үҙәге асылды. 340 квадрат метрлыҡ ҙур булмаған бина ҡала үҙәгендә урынлашҡан.

Уҡытабыҙ һәм эшкә урынлаштырабыҙУҡытабыҙ һәм эшкә урынлаштырабыҙ
Уҡытабыҙ һәм эшкә урынлаштырабыҙ

 «Рәсәй Эше» тирәһендәге территория төҙөкләндерелә: бында яңы тротуарҙар һалына, автобус туҡталышы һәм парковка булдырыла. Бина эсендә яҡты, таҙа, уңайлы. Залдарҙың урынлашыуы функциональ ҡоролған. Инеү урынында уҡ мәғлүмәт зонаһы урынлашҡан. Бында интернет тоташҡан компьютерҙар ҡуйылған, унда килеүселәр үҙҙәренә вакансиялар ҡарай ала. Иртәнге сәғәт ун икелә кеше аҙ ине. Өҫтәлдәрҙең береһендә экранға иғтибар менән ҡараған ир ултыра. Танышабыҙ. Фәрит Айзадуллинға 60 йәш, пенсияға тиклем уға тағы ла дүрт йыл эшләргә. Һөнәре буйынса ул машиналар эшләү инженер-технологы. Элек Яр Саллыла ҙур предприятиела эшләй. Күптән түгел өйләнә һәм Туймазыға күсеп килә. Бер нисә ай урындағы фирмаларҙың береһендә эшләй, әммә эш хаҡы вәғәҙә ителгәндән кәмерәк була. Эштән китә, мәшғүллек үҙәгендә иҫәпкә тора, хәҙер варианттар эҙләй.

– Вакансияларҙы өйҙә смартфон экраны аша ҡарау уңайһыҙ, - тип һөйләй ул. - Ә бында ҙур монитор, шунда уҡ «Рәсәй эше» порталы асыла. Әгәр нимәлер аңлашылмай икән, консультант ҡыҙ ярҙам итә. Тиҙҙән эш табырмын тип өмөтләнәм.

Инфокиоск улынлаштырылған. Унда дәғүәселәр талонды электрон сиратҡа ала һәм артабан белгестәргә һорауҙар бирә ала. Эш секторында тәҙрәләр артында бер төрлө униформалы 20 ҡыҙ урынлашҡан.

Уларҙың береһе янында Зәлиә Хисмәтова ултыра. Бер нисә ай инде ул даими рәүештә мәшғүллек үҙәгенә йөрөй.

- Миңә 57 йәш, - ти ҡатын. - Ҡаланан алыҫ ауылда йәшәйем, эш эҙләйем. Бөгөн мине сираттағы вакансия тураһында һөйләргә саҡырҙылар. Ғүмерендә бер нисә тапҡыр мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Һуңғы үҙгәрештәргә хайран ҡалдым. Беренсенән, яңы матур бинаға килеү бик күңелле. Икенсенән, һәр вакансияға дәғүә итеүсегә индивидуаль ҡараш оҡшай. Мәҫәлән, бында минең менән психолог эшләне, мине һөнәри йүнәлеш буйынса лекцияларға саҡырҙылар, миңә өҫтәмә белем алырға тәҡдим иттеләр.

Инспектор Гүзәл Ғайсина әйтеүенсә, уларға оло йәштәгеләр генә килмәй.

  • Йәйге ваҡытта 14-18 йәшлек бәлиғ булмағандарға эшкә урынлашырға ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл Райман ауылынан Кристина Мазунина бер ай «Швейпром» предприятиеһында тегенсе ярҙамсыһы булып эшләне. Ҡыҙ бик ҡәнәғәт ҡалды. Өҫтәүенә, ул үҙенең эш хаҡына дәүләттән 2 мең һум күләмендә өҫтәмә матди ярҙам алды.

 

Кадрҙар үҙәге етәксеһе Илгиз Сәғитов хәбәр итеүенсә, бөгөн үҙәктә 340-ҡа яҡын кеше иҫәптә тора. Уларҙың барыһы ла эшһеҙлек буйынса пособие ала. Бынан тыш, бында пенсия алды хеҙмәткәрҙәре, йәш белгестәр, студенттар, инвалидтар, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар, СВО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн адреслы саралар үткәрелә. Шулай уҡ яңы модуль үҙәк эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр өсөн киң хеҙмәттәр күрһәтә: вакансиялар йәрминкәләре, семинарҙар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар. Офлайн һәм онлайн форматтағы белгестәр бизнес-план төҙөргә һәм яҡларға ярҙам итә.

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хәбәр итеүенсә, кадрҙар үҙәктәрен яңыртыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда эшкә урынлашыу ваҡыты 2021 йыл менән сағыштырғанда 33 процентҡа, ә эшһеҙлек оҙайлығы 42 процентҡа кәмегән. Ул шулай уҡ үҙәктәрҙең хеҙмәттәр спектрын киңәйтеүгә иғтибар итә: эшкә урынлашыуҙан алып уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү буйынса тәҡдимдәр менән комплекслы оҙатыуға тиклем. Былар барыһы ла Рәсәй президенты Владимир Путин инициативаһы менән «Кадрҙар» милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды.

Уҡытабыҙ һәм эшкә урынлаштырабыҙ
Уҡытабыҙ һәм эшкә урынлаштырабыҙ
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас