

Унда «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының программалары, МХО яугиры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Ренат Күлтоманов менән осрашыу булды. Сараның төп өлөшө - Йылан ырыуы съезы.
Ҙур сарала Йәрмәкәй, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы, Бишбүләк райондарынан һәм Октябрьский ҡалаһынан делегаттар, ырыу вәкилдәре ҡатнашты.