

Программаға ярашлы, йыйында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ырыу тарихы, арҙаҡлы кешеләре хаҡында 4-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына документаль фильм күрһәтте. Артабан уның йөкмәткеһе буйынса балалар менән фекер алышыу булды. Йәш быуын өсөн викторина ла уҙғарылды.
Йыйында «Аҡбуҙат» республика балалар журналы ла презентацияланды. Милли баҫманың баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Лариса Абдуллина 3-сө гимназия уҡыусылары менән йәнле аралашыу ойошторҙо, кешелектең юғары ҡиммәттәре хаҡында һөйләне. «Аҡбуҙат» балалар өсөн Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина ла уҙғарҙы, һәр йәш ҡатнашыусыға журнал таратылды.
Ҡаланың 12-се мәктәбенең йәш шайморатовсылары өсөн Йылан ырыуы йыйынында йәш быуын өсөн илһөйәрлек дәресе лә уҙғарылды.
Уны махсус хәрби операция яугиры, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Ренат Күлтоманов үткәрҙе. Тормоштағы иң мөһим ҡиммәт – Ватаныбыҙ, ғәзиз еребеҙҙе һаҡлау, яҡлау – иң оло бурысыбыҙ, тине яугир. Уҡыусылар уны ҡыҙыҡһынып тыңланы, аҙаҡ һорауҙар бирҙе. Йәш быуын менән аралашыу бик йылы мөхиттә үтте, файҙалы һәм фәһемле булды.
«Тарихи еребеҙҙә йыйылдыҡ», - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Мәғсүм Кәримов. Уның һүҙҙәренсә, был йыйын тамырҙарына, рухи ҡиммәттәренә ҡарата битараф булмаған кешеләрҙе берләштерҙе, беҙ тамырҙарыбыҙҙы юллап, ҙур эштәр алып барырға тейешбеҙ.
Йыйында башҡорт халҡын туплау, тарихты, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса емешле һәм күп йыллыҡ әүҙем эше өсөн Ирина Исаргакова, Фәриҙә Әминева, Гүзәл Харрасова, Луиза Чижиковаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Октябрьский ҡоролтайы ағзаһы Дилбәр Нәзир ҡыҙы Фәхретдинова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.