+28 °С
Болотло
События и факты
21 Ноябрь 2025, 10:18

Туймазыла Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыу тантанаһы үтте

Сараның почетлы ҡунағы - махсус операция яугиры.

Туймазыла Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыу тантанаһы үттеТуймазыла Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыу тантанаһы үтте
Туймазыла Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыу тантанаһы үтте

Собханғол ауылында Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылын һәм Ватанды һаҡлаусылар йылын,  Рәсәйҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ябыу тантанаһы үтте.

Байрам концертында район башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары – район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Руслан Агапитов Туймазы районы башлығы Булат Мусин исеменән махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тамамланыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эшебеҙ дауам итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Николаевич. – Туймазы районы МХО яугирҙарына 46 ҙур гуманитар йөк оҙатты. Был һалдат көнкүрешендә кәрәкле әйберҙәр – автомобилдәрҙән, мотоциклдарҙан, квадрокоптерҙарҙан алып медикаменттарға һәм аҙыҡ-түлеккә тиклем. Был меңәрләгән посылка, унда тыуған йорт йылыһы һалынған.

Туймазыла Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыу тантанаһы үтте
Туймазыла Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыу тантанаһы үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас