

- Мин балалар йортонда тәрбиәләндем һәм унда үҙемде яҡларға өйрәндем, – тип һөйләй Регина Рәмил ҡыҙы. - Илшат Ғамил улына беренсе күнекмәгә 11 йәшемдә килдем. Шул ваҡыттан алып бокс менән ҡыҙыҡһынам. Көндәлек күнекмәләр, ярыштарға йөрөү минең тормошомдо мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итте. Рәсәй ярыштарында еңгәндән һуң мин бокс буйынса спорт мастерына кандидат исеменә лайыҡ булдым. Спорт залында алған күнекмәләре лә файҙалы. Бокс тәү сиратта рухты һәм характерҙы тәрбиәләй.
Бер нисә йыл мин һатыусы, ашнаҡсы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем. Шунан мине «Олимпиец»ҡа Төхвәтуллин саҡырҙы. Хәҙер мин үҙ урынымды таптым. Мин беләм - күптәрҙең бокс ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түгел тигән ҡарашы бар. Минеңсә, был дөрөҫ түгел һәм ҡыҙҙар был спорт төрөндә ир-егеттәрҙән ҡалышмай. Ҡыҙҙар шулай уҡ сыҙамлы һәм маҡсатҡа ынтылышлы. Ә улар көрәшкәндә ғорурлыҡ тойғоһо тыуа. Ситтән ҡарағанда бындай алыштар матур күренә, - ти ул.
Һайлап алыу ярыштарынан һуң бокс буйынса Башҡортостан кубогында ҡатнашыу өсөн һайлап алынғандарҙың береһе - 1-се гимназияның 14 йәшлек уҡыусыһы Милена Хасбуранова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 ноябрҙә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса 26-сы Рәсәй Чемпионаты үтәсәк. Ярыштар 27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем көрәш Һарайында үтәсәк. Өфө өсөн был ҡатын-ҡыҙҙар араһында икенсе чемпионат буласаҡ. Беренсеһе 2023 йылда булды. Ярыштарҙа спортсылар 12 ауырлыҡ категорияһында миҙалдар өсөн көрәшәсәк.