

Ул Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 105 йыллығына, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсиндың 95 йыллығына арналған.
Конкурста бөтә Башҡортостандан 63 башҡарыусы ҡатнашты.
Собханғол ауылы мәҙәниәт йорто йырсыһы Рәмзил Кашапов «Соло» номинацияһында I дәрәжә диплом яуланы.