

- Өйгә иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Бындай һүҙҙәрҙе хәрбиҙәргә Туймазы ҡалаһынның 4-се мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең хаттарында яҙҙы һәм уларға шоколад плиткалары һалды.
Мәктәптә «Яугирҙәр өсөн татлы хаттар» акцияһы беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Уға балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар әүҙем ҡушыла.
Бындай саралар бында күп үткәрелә. Мәҫәлән, уҡыу йылы башында «Букет урынына яугирҙарға ярҙам» акцияһы ойошторола. Йыйылған аҡсаға МХО өсөн ике кросс мотоциклы һатып алынды.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәп уҡытыусылары дронға ҡаршы япмалар әҙерләне, ә уҡыусылар «кикимора» һаҡланыу костюмдары эшләне, госпиталдә хәрбиҙәр өсөн эске кейем текте. Уларҙы гуманитар конвой менән МХО зонаһына ебәрәләр.