

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Делегация составында Туймазы районының "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары, һәләтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре булды.
Съезд сиктәрендә мөһим акция үтте: Туймазы районының башҡорт тарихи-мәҙәни ңҙәгенң баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова "Маскита" клубы ирекмәндәре исеменән "Томан" позывнойлы МХО ветеранына йылы билбауҙар тапшырҙы. Шуны билдәләп үтәйек, беҙҙең арымай-талмай эшләгән ирекмәндәр ике меңдән ашыу ошондай билбау тегеп, яугирҙарға алғы һыҙыҡҡа тапшырған!
Съезда доклад менән Туймазы районының "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" урындағы йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе, билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе Альберт Исмәғил сығыш яһаны.