+28 °С
Болотло
События и факты
10 Ноябрь 2025, 05:40

Туймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» конкурсы үтте

Туймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» республика конкурсының муниципаль этабы үтте.

Туймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» конкурсы үттеТуймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» конкурсы үтте
Туймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» конкурсы үтте

Ярыштар 5-се ҡала мәктәбе базаһында үткәрелде, унда 18 ғаилә ҡатнашты. Улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, спорт ярыштарында ҡатнашты, ижади номерҙар менән сығыш яһаны, ғаилә шәжәрәһен төҙөнө.

Әсәйе Эльвира Фәнилевнаның Башҡортостанда, атайы Эрик Франсуаның Африка континентында йәшәгән ғаилә шәжәрәһе ағасындағы дүрт быуын тураһында 4-се мәктәптең икенсе синыф уҡыусыһы Эрнест Око һөйләне. Уларҙың ғаилә командаһы беренсе урынды яуланы.

Эрнестҡа 8 йәш, дөйөм белем биреү мәктәбенән тыш, ул фортепиано класы буйынса музыка мәктәбендә уҡый, ансамблдә йырлай. Уның ата-әсәһе табиптар.

Икенсе урында - Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан Шафиҡовтар командаһы, өсөнсөлә - 1-се Серафимовка мәктәбенән Йәнекәевтар ғаиләһе.

Командалар мәктәптәрҙән һәм бағыусыларҙан бүләк сертификаттары, грамоталар, миҙалдар һәм приздар алды.

 

Туймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» конкурсы үтте
Туймазыла «Ҙур ғаилә уйындары» конкурсы үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас